logo0

011 октябрҙә иң йылы һәм сағыу байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара ололар көнө билдәләнә. Был байрамды Һабаш ауылында йәшәүсе оло йәштәгеләр һәр йылдағыса көтөп ала. Был юлы ла ауыл клубында улар өсөн байрамса сәй табыны ойошторолдо.  Оло йәштәгеләр, белеүебеҙсә, көн дә бер- береһен күреп тора алмайҙар, шуның өсөн дә һирәк булһа ла йыйылышып аралашыу, бергәләп тәмле сәй артында һөйләшеп, йырлашып ултырыу – бай тормош тәжрибәһе туплаған өлкән быуын өсөн ҙур бәхет һәм шатлыҡ.

Байрам сараһы йыр һәм шиғырҙарҙан төҙөлгән концерттан башланды. Ололар өсөн Алсынбаева Нәзирә, Алсынбаева Зөлфиә, 6 класс уҡыусылары Сәйфетдинова Диана һәм Идрисова Эльза йырҙар йырланылар. Ҡотлау һүҙе менән ауыл старостаһы, депутат Игбаев Илдус Минибай улы сығыш яһаны. Байрам менән тәбрикләп ул ололарға иң яҡшы теләктәрен еткерҙе, шулай уҡ ауыл тормошона ҡағылышлы яңылыҡтар менән таныштырҙы һәм колхозсыларҙың баҫыу эштәрендәге уңыштары менән шатландырҙы, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Сығышының аҙағында ололар өсөн йыр ҙа бүләк итеп, барыһының да күңелен күтәрҙе.

Ауылыбыҙҙың аҡһаҡалдары Игбаев Рамаҙан Әхтәм улы һәм һуғыш ветераны Солтанов Хәмит Нәсибулла улы өҫтәл артында ултырыусы йәштәштәренә,  һәм дә байрамға төрлө сәбәп менән килә алмағандарына ла байрам сәләме еткерҙе, байрамды ойоштороусыларға ихлас рәхмәттәрен әйттеләр.

Байрам аҙағында оло йәштәге ауылдаштарыбыҙ дәртле башҡорт көйҙәренә бейеп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, киләһе көндәрҙә лә осрашып тороу теләген белдереп, таралаштылар.

Ғәббәсова Лилиә, Һабаш ауылы клубы

НАРОДНАЯ МУДРОСТЬ

Йүләр һүҙгә йүгән юҡ — Глупое слово скоро, да не споро

НАШИ ДОСТИЖЕНИЯ

bayik2015.jpg

 

2016

 

2016rb

НОВОСТИ САТУРН-ТВ

 

АФИША

  • 1

ПРАЗДНИКИ

Яндекс.Метрика Яндекс цитирования. Все сайты Уфы и Башкортостана на BASHSITE.ru